Әсәй

Ер шары хаҡында алтын ай хәстәрләй,
Меңәр йылдар борсолоп әйләнә.
Һин дә мәңге юлдаш булдың миңә әсәй,
Йылмайыуыңдан тормош йәмләнә.

Донъя көтһөн, ҡабаланам усағыңа,
Дауыл, елгә елкән тулған, осам.
Төньяҡтарҙан йылынырға ҡосағыңа
Тын|тултырып ипләп ишек асам

Әсәй, ниңә үҫкән һайын миңә
Тик йышыраҡ ҡына һине күргем килә
Инде өлкән бала әсәһен һағына
Йөрәккәйем илтә һинең яндарыңа.
Инде өлкән бала әсәһен һағына
Йөрәккәйен тапшыра йылы устарына.

Сикһеҙ мөхәббәтең күҙеңдә сағыла
Дәртләндерәһең көсһөҙ сағымда.
Ҡосағыңда иркәләнеп тағын ҡасам,
Елкен елде тотоп өйҙән осам.

Мамығын юғалта елдән һуң бәпембә
Осҡандары сит яҡта шыталар.
Әсәйҙәргә беҙ һаман ғәзиз бәпестәр,
Тормош буранынан ышыҡлайҙар.

Músicas más populares de Alisa

Otros artistas de Russian rock